Иҡтисад
13 Апреля 2023, 05:15

Милли проектҡа - өҫтәмә аҡса

Башҡортостанға «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыуға саралар бүленә. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли проектҡа - өҫтәмә аҡсаМилли проектҡа - өҫтәмә аҡса
Милли проектҡа - өҫтәмә аҡса

Рәсәй Хөкүмәте 2023 йылға «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты һөҙөмтәләренә өлгәшеү өсөн төбәктәр бюджеттарына, шул иҫәптән Башҡортостанға бюджет-ара трансферттар бүлеү өсөн индерелгән үҙгәрештәрҙе раҫланы. Хөкүмәттең тейешле бойороғо Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Төбәктәргә бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 1,617 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Уларҙың 39,3 миллион һумдан ашыуын Башҡортостан аласаҡ. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас