Иҡтисад
15 Апреля 2023, 06:05

Предприятиела етештереүсәнлек артҡан

Яңы талаптар эш һөҙөмтәһен күтәрергә ярҙам итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Предприятиела етештереүсәнлек артҡанПредприятиела етештереүсәнлек артҡан
Предприятиела етештереүсәнлек артҡан

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«БашАгроМаш» Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен барланы. Предприятиела эш ярты йыл дауамында барған. Һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә предприятие сапҡыстар етештереүҙе пилот участкаһында айына 5-тән 7-гә тиклем арттырҙы, тип хәбәр итә министрлыҡ.  Предприятие пилот проекты сифатында «КС-100 Сулпан» үҙ йөрөшлө сапҡыс етештереүҙе һайлай. Был участкала үҫеү өсөн мөмкинлектәр бар, продукция ла һорау менән файҙаланыла. Анализ барышында бер нисә проблема асыҡланған. Мәҫәлән, эш урынын дөрөҫ ойоштормау арҡаһында артыҡ хәрәкәттәр һәм күсенеүҙәр, деталдәрҙе эҙләү барышында ваҡытты юғалтыу һәм башҡалар. Был һорауҙарҙы хәл итергә һаҡсыл ҡоралдар ярҙам итә,уларға предприятие хеҙмәткәрҙәре лә өйрәтелә. 

 Артабанғы 2,5 йыл эсендә предприятие үҙ аллы башҡа производство процестарында алынған тәжрибәне ҡулланырға тейеш.

Фото: bash.news

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас