

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса быйыл 10 апрелгә ҡарата Башҡортостанда теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 2 меңгә артып 131,3 меңгә еткән. Был иһә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа күберәк.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловтың фекеренсә, эшҡыуарлыҡ үҫешенең төп күрһәткестәре күтәрелеүенә дәүләт ярҙамы саралары ла йоғонто яһаған.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуы менән бер рәттән үҙмәшғүлдәр яңы саҡ эш башлаған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында Башҡортостандың 12 муниципалитетында “Минең бизнесым” үҙәктәренең офистары эшләй. Үҙәк тарафынан төрлө йүнәлештәр буйынса 150-ләп хеҙмәт төрө күрһәтелә: мәғлүмәт-консультация, белем биреү һәм башҡалар. Быйыл үҙәк консультанттары тарафынан “Берҙәм тәҙрә” форматында 2 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән.
Бизнес-шерифтар институттарының эшләүе лә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлауҙың һөҙөмтәле эштәренең береһе булып тора.
Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.