Иҡтисад
21 Апреля 2023, 18:00

Марокко менән бәйләнештәр нығына

Марокко Короллегендә Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Андреев ҡатнашлығында үткән видеоконференцияла Башҡортостан Республикаһының һәм Марокко Короллегенең уҙған йылдағы тышҡы сауҙа эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Марокко менән бәйләнештәр нығынаМарокко менән бәйләнештәр нығына
Марокко менән бәйләнештәр нығына

 

Марокко Короллегендә Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Андреев ҡатнашлығында үткән видеоконференцияла Башҡортостан Республикаһының һәм Марокко Короллегенең уҙған йылдағы тышҡы сауҙа эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Әйткәндәй, һуңғы биш йылда Башҡортостан менән Марокконың тышҡы сауҙа әйләнеше 27 тапҡырға тиерлек артҡан.

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, Марокко баҙары бик перспективалы, шуға эшҡыуарҙарға Бойондороҡһоҙ  Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Азия илдәрендәге яңы һатыу баҙарҙарын күрһәтергә ниәттәре.

Башҡортостандың күмәртәләп иген менән сауҙа итеү, умартасылыҡ продукттарын етештереү һәм эшкәртеү, майҙар, туҡыу, ағас эшкәртеү продукцияһы, төҙөлөш материалдары етештереү өлкәһендәге 13 предприятиеһы ошо йүнәлештә эшләргә ҡыҙыҡһыныу белдергән һәм сарала ҡатнашҡан.

Башҡортостан менән Марокконың тышҡы сауҙа әйләнеше арта бара. Бындай үҫеш нефть продукттарын һәм органик булмаған химия продукттарын экспортҡа оҙатыуҙың артыуы менән бәйле, әммә Башҡортостан Хөкүмәте экспорт структураһын диверсификациялау һәм сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙарҙы оҙатыу күләмен арттырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй.

Мароккоға органик ашламалар һәм аҙыҡ-түлек продукцияһын экспортлау, Марокко территорияһында ирекле иҡтисади зонала урман сәнәғәте һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә предприятиелар асыу, туҡыма, химия продукцияһын һатып алыу, бал продукцияһын экспортлау шарттары, тауарҙы килтереү хаҡында барған.

Бындай хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бойомға ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас