

Тауар әйләнешенең экспорт өлөшө 24,3 процентҡа, импорт өлөшө 40 процентҡа артҡан. Экспорт күләменең яртыһын тиерлек химия сәнәғәте продукцияһы тәшкәл иткән, шулай уҡ металл һәм ағас продукцияһы күләме артҡан.
Әйткәндәй, БР Тышҡы иҡтисади ведомствоһы республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә Мысырға бизнес-миссия әҙерләй. Унда Башҡортостан эшҡыуарҙары һәм компаниялары ҡатнашасаҡ. Уларға Мысырҙа Рәсәй сәнәғәт зонаһы (РСЗ) резиденттары булырға тәҡдим итәләр.
РСЗ – ул, Мысыр биләмәһендә Рәсәй заводтары үҙҙәренең етештереү эшен алып барһын өсөн булдырылған махсус иҡтисади зона. Зона ике майҙансыҡта - Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйындағы Айн-Сохна районында һәм Суэцкий каналының көнсығыш ярындағы Порт-Саидала булдырыла. Участкаларҙың дөйөм планлаштырылған майҙаны - 525 гектар тәшкил итәсәк. Тәүге майҙансыҡ 2024 йылда төҙөлә башланасаҡ.