Иҡтисад
6 Мая 2023, 04:10

Милли проект тормошҡа ашырыуға ҡушылды

Алты ай дауамында Республиканың компетенциялар үҙәге эксперттары производство процесының йомшаҡ урындарын асыҡлаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли проект тормошҡа ашырыуға ҡушылдыМилли проект тормошҡа ашырыуға ҡушылды
Милли проект тормошҡа ашырыуға ҡушылды

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Нефтехим тәжрибәле заводы” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылды, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

-Проекттың яңы ҡатнашыусыһын яҡын арала һаҡсыл производствоға уҡыта башлаясаҡтар, - тине ул. Алты ай дауамында Республиканың компетенциялар үҙәге эксперттары производство процесының йомшаҡ урындарын асыҡлаясаҡ. Артабанғы 2,5 йыл эсендә предприятиеға алынған тәжрибәне тиражлауҙа консультация ярҙамы күрһәтеләсәк.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланды. Ул илдә 2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлегенең  йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу  өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-05/zavod-milli-proekt-yar-amynan-fay-alana-3246647 

Автор:
Читайте нас