Иҡтисад
12 Мая 2023, 01:05

Ике миллиард һумлыҡ суммаға килешеүҙәр төҙөләсәк

Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республиканың сауҙа минисрлығы линияһы буйынса ике миллиард һумлыҡ суммаға килешеүҙәр төҙөү планлаштырыла

Ике миллиард һумлыҡ суммаға килешеүҙәр төҙөләсәкИке миллиард һумлыҡ суммаға килешеүҙәр төҙөләсәк
Ике миллиард һумлыҡ суммаға килешеүҙәр төҙөләсәк

 Документтар юл буйы сервистарын үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә, шулай уҡ тиҙ хеҙмәтләндереү йәмәғәт туҡланыуы предприятиелдары селтәрен үҫтереүгә ҡағыла. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, улар араһында Нагаево ауылы янындағы «Өфө - Охлебинино» юл буйы комплексы төҙөлөшө иң ҙурҙарҙың береһе. Инвестор был проектҡа 254 миллион һум һалырға планлаштыра.

Бынан тыш, инвестһабантуй барышында министерлыҡ «Етештереүселәр и ритейл. Сауҙа кәштәләренә сығыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәреүҙе планлаштыра, унда  урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен һатыу өсөн инфраструктура булдырыу мәсьәләләре тикшереү күҙаллана.

Инвестһабантуйҙа ҡатнашыусылар эшлекле мәсьәләләрҙе тикшереү менән бер рәттән республиканың мәҙәни һәм гастрономик йолалары менән дә танышасаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас