

25 майҙан 27-һенә тиклем Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла.
Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. «Урал аръяғы-2023» һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарыу күҙалланған. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхитте булдырыу алымдарын тикшерәсәк. Алдағы инвестиция форумында партнер ил сифатында Ҡытай Халыҡ Республикаһы сығыш яһар тип күҙаллана.