Иҡтисад
19 Мая 2023, 01:15

Башҡортостан аграрийҙары – Ҡытайҙа

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге ауыл хужалығы етештереүселәре делегацияһы SIAL China халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан аграрийҙары – ҠытайҙаБашҡортостан аграрийҙары – Ҡытайҙа
Башҡортостан аграрийҙары – Ҡытайҙа

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге ауыл хужалығы етештереүселәре делегацияһы SIAL China халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. Шанхайҙа асылған күргәҙмә 20 майға тиклем эшләй.

Башҡортостан делегацияһы аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн ҡорамалдар экспозициялары менән таныша. Бынан тыш, сараның эшлекле өлөшөндә ҡатнаша. Атап әйткәндә, донъя кимәлендәге аҙыҡ-түлек сәнәғәте саммитында, һөт һәм ит форумдарында, ҡытай йәмәғәт туҡланыуы форумында. Шулай уҡ Ҡытайҙың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге ассоциациялары һәм компаниялары вәкилдәре менән В2В форматында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр планлаштырыла.

2023 йылда SIAL China күргәҙмәһендә донъяның 70 иленән өс меңдән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмә сит ил компанияларына йүнәлеш билдәләй, шулай уҡ төбәк аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге тенденциялар һәм инновациялар тураһында мәғлүмәт бирә.

Башҡортостан аграрийҙарының донъя кимәленә сығып, сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүе “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәләшенә лә булышлыҡ итәсәк.

ФОТО:БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас