Иҡтисад
19 Мая 2023, 03:35

«Спектр» компанияһы милли проектҡа ҡушылды

Бөрө ҡалаһынан балалар уйынсыҡтары етештереү менән шөғөлләнгән «Спектр» компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында һәм “Башҡортостан продукты” проектында ҡатнаша. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
«Спектр» компанияһы милли проектҡа ҡушылды«Спектр» компанияһы милли проектҡа ҡушылды
«Спектр» компанияһы милли проектҡа ҡушылды

Бөрө ҡалаһынан балалар уйынсыҡтары етештереү менән шөғөлләнгән «Спектр» компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында һәм “Башҡортостан продукты” проектында ҡатнаша. Предприятиела милли проект сиктәрендә производствоға идара итеүҙе оптималләштерергә, үҫеш потенциалын табырға планлаштыралар.

Бынан тыш, «Спектр» ЯСЙ-һы “Башҡортостан продукты” проектының яңы дипломанты булды. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, “Башҡортостан продукты” проекты урындағы продукцияны популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Спектр» ЯСЙ-һы етештереү өлкәһендә 35 йыл эшләй. Заводтың ассортиментында – балалар уйынсыҡтары, әүҙем ял һәм спорт өсөн тауарҙар, канцелярия тауарҙары. Бында етештерелгән продукция республиканың ғына түгел, шулай уҡ Мәскәү, Екатеринбург, Ярославль, Пермь өлкәләренә һәм  Белоруссия менән Ҡаҙағстанға ла оҙатыла.

ФОТО:БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас