+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2023, 13:05

Аҡса хәйриәгә йүнәлтеләсәк

Краснокама районы халҡын макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

Аҡса хәйриәгә йүнәлтеләсәк
Аҡса хәйриәгә йүнәлтеләсәк

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Краснокама районы халҡын макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылырға саҡыралар. Макулатура йыйыу буйынса “Миллион – Тыуған илгә!” акцияһы һәр кешенең үҙ иленең тәбиғәтен һаҡлауға индергән өлөшө мөһимлеген күрһәтә. Акцияның икенсе миҙгелен үткәреү ваҡыты: 20 марттан 5 июнгә тиклем.

Ул ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға ғәҙәтләнергә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформа тураһында һөйләргә, һәр кемдең көсөн берләштерергә һәм “Экология” милли проекты менән таныштырырға өндәлгән.

Теләгән һәр кем макулатураны халыҡтан икенсел сеймал йыйыусы верификацияланған ҡабул итеү пункттарына тапшыра ала. Уларҙың урынлашыу картаһы менән акцияның рәсми сайтында танышырға мөмкин. Учреждениеларҙан икенсел сеймалды сығарыуға ғаризалар 500 килограмдан алып ҡабул ителә. Макулатураны икенсел сеймалды эшкәртеүселәргә тапшырыуҙан йыйылған бөтә аҡса хәйриәлеккә йүнәлтеләсәк.

Акцияны “Рәсәй” экологик операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһы һәм “Эшлә!” Бөтә Рәсәй ирекмән-экологтар йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Акция ил президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.

Акцияға 2 форматта ҡушылырға мөмкин:

- ҡатнашыусылар йыйылған икенсел сеймалды верификациялы ҡабул итеү пунктына алып бара ала;

- үҙеңдең учреждениела/ойошмала макулатура йыйыу буйынса акцияны үҙаллы ойошторорға.

Ентекле мәғлүмәттәр сайтта урынлаштырылған: https://миллион-родине.рф//

Фото: Краснокама районы хакимиәте.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: