+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2023, 17:15

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды

Был сара йылдан-йыл ҡеүәтлерәк була бара.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды

22 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. Форумдың тәүге сараһы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре, эшлекле берләшмәләр, республиканың юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында иртәнге аш мәлендәге бизнес осрашыу булды, унда аҙнаға саралар программаһы ҡаралды.

- Эшҡыуарлыҡ аҙналығын беҙ 10-сы тапҡыр уҙғарабыҙ. Форумдың майҙансыҡтары йөкмәткеһе буйынса төрлө. Саралар Өфөлә лә, шулай уҡ муниципаль райондарҙа ла уҙғарыла. Сит илдәр һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығындағы бизнес- шерифтарҙың II төбәк-ара форумы мөһим ваҡиға буласаҡ. 26 майҙа Global Management Challenge бизнесҡа идара итеү һәм стратегия буйынса Башҡортостан Кубогы финалы үткәрелә. Ундағы еңеүсе июлдә Пермдә уҙғарыласаҡ GMC Милли финалында ҡатнашасаҡ, - тип билдәләне ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп Алиса Ғибәҙуллина.

 Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сараларында эшҡыуарҙар ҙа, үҙмәшғүлдәр ҙә, үҙ эшен асырға ниәтләүселәр ҙә ҡатнаша. Төп маҡсат - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы  һәм заманса шарттарҙа эшҡыуарлыҡ потенциалын үҫтереү саралары тураһында мәғлүмәт еткереү.

 - Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – был өлкәләге йылдың сағыу ваҡиғаларының береһе. Ул йылдан-йыл ҡеүәтлерәк һәм күләмлерәк була бара. Был йәһәттән сараны ойоштороусыларға рәхмәт, - тине Башҡортостан буйынса эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова.

 Сараның тәүге көнөндә үк Sheratonplaza Ufa Congress Hotel  майҙансығында “Бизнес биләмәһе – йәшәү биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумы һәм “Бизнес –уңыш” милли эшҡыуарлыҡ премияһының төбәк этабы старт алды. Был сара билдәле бизнес-спикерҙарҙы, төбәк власы һәм эшҡыуарҙар вәкилдәрен йыйҙы. Пленар сессияла бизнес үҫеше һорауҙарын, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектының тормошҡа ашырылыу барышын  тикшерҙеләр. Форум сиктәрендә “Бизнес-уңыш” премияһының төбәк этабы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Улар киләһе йылда Мәскәүҙә финалда Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

 Бер төркөм саралар “Киләсәк фабрикаһы” инновация эшҡыуарлыҡ йортонда үткәрелде. К. Маркс урамындағы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фондында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҙмәшғүл граждандар өсөн консультациялар үткәрҙе.

Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы Рәсәйҙең эшҡыуарлығы көнөнә арналған.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: