+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 21:20

182 эш урыны булдырыла

Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм "А7 Менеджмент" компанияһы инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө.

182 эш урыны булдырыла
182 эш урыны булдырыла

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм "А7 Менеджмент" компанияһы инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө.

Был килешеүҙәргә ярашлы Бөрө районында иген һәм йәшелсә культуралары үҫтереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса комплекс төҙөү; Баймаҡ районында "Күлтабан" һөтсөлөк фермаһын реконструкциялау һәм 50 мең тонна иген һаҡлау, эшкәртеү буйынса комплекс булдырыу ҡарала.

"А7" компаниялар төркөмө 2017 йылда Ейәнсура районында малсылыҡ комплексын яңыртыу буйынса проектты тормошҡа ашыра башлаған. Бөгөн "А7 Агро-РБ" предприятиеһының был объекты - республикала иң яҡшыларҙың береһе. Бында һөт малсылығында иң заманса технологиялар ҡулланыла.

Проекттарға инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,879 миллиард һум тип баһалана. 182 эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: