+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 22:50

Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ

"Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә Премьер-министр Андрей Назаров "Аэрокосмик инновация үҙәге" идара итеү компанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Новицкий менән осрашыу барышында Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының милли проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ
Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ

Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә Премьер-министр Андрей Назаров "Аэрокосмик инновация үҙәге" идара итеү компанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Новицкий менән осрашыу барышында Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының милли проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

- Пилотһыҙ авиация системаларын әүҙем үҫтерәбеҙ. "РВ-1" радиоэлектрон технопаркын булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра башланылар. Проект федераль финанс ярҙамы алыуға Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығын һайлауҙы уңышлы үтте. Һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Яңыраҡ пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса һанлы инновациялар өлкәһендә эксперименталь хоҡуҡи режим эшләй башланы. "Ауыр" пилотһыҙ аппараттар (ауырлығы 30 килограмдан ашыу) ҡулланыу өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү менән бер рәттән бындай режим тейешле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтә. Беҙ ауыл һәм урман хужалығы, энергия хәүефһеҙлеге һәм йөк ташыу кеүек дүрт өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса функциональ сервистарҙы үҫтерергә ниәтләйбеҙ, - тип һөйләне Хөкүмәт Премьер-министры.

Павел Новицкий билдәләүенсә, Сибай ҡалаһы аэропорты Аэрокосмостың инновациялы үҙәге менән кооперация өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

- Беҙҙең төп бурыс - фәнни-техник советтар үткән һәм үҙ проекттарының абруйлы булыуын иҫбатлаған резиденттарға ярҙам итеү. Сибай ҡалаһы аэропорты унда эксперименталь режим булыуы менән йәлеп итә, был беҙҙең илгә кәрәкле продукттар етештереү менән шөғөлләнгән резиденттарыбыҙ һәм компанияларыбыҙ өсөн бик мөһим. Сибай аэропорты беҙҙең проект һәм Башҡортостан менән берлектә кооперация сылбырын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, аграр өлөш тә мөһим. Коллегаларыбыҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, резиденттарға грант ярҙамы күрһәтәбеҙ, ғилми-техник консультациялар үткәрәбеҙ. Илдең милли технологик суверенитетын үҫтереү өсөн артабан да алға барасаҡбыҙ, - тине Павел Новицкий.

Осрашыу һуңында Андрей Назаров, Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ, тип билдәләне:

- Тәжрибә уртаҡлашырға әҙербеҙ һәм башҡа төбәктәрҙең инновациялы эшмәкәрлегендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе индереү мөмкинлектәрен ҙур теләк менән өйрәнәсәкбеҙ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: