+20 °С
Болотло
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының бизнес-шерифтарға эшендә өлгәшкән уңыштары, юғары һөнәри оҫталыҡтары, тырыш хеҙмәте һәм һөнәри байрамдары - Урындағы үҙидара көнө менән бәйле ведомство наградаларын тапшырҙы. Тантана Сибайҙа барған «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында уҙҙы.
“Бизнес-шерифтар власть һәм эшҡыуарҙар араһында бәйләүсе булып тора”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов. Бөгөн был ведомство наградаларын үҙ эшмәкәрлегендә юғары уңыштарға өлгәшкәндәр ала, тип өҫтәне ул.