+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 22:50

Еңеүсе –"КупецЪ" командаһы

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында бизнесҡа идара итеү һәм стратегия буйынса Global Management Challenge Башҡортостан кубогының финалы уҙҙы.

Еңеүсе –"КупецЪ" командаһы
Еңеүсе –"КупецЪ" командаһы

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында бизнесҡа идара итеү һәм стратегия буйынса Global Management Challenge Башҡортостан кубогының финалы уҙҙы.

Финалда ҡатнашыусыларға онлайн тәртиптә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ойоштороу үҫеше һәм стратегик башланғыстар институты директоры Вячеслав Шоптенко мөрәжәғәт итте. Ул йыйылыусыларҙы Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотлап, уңыштар теләне.

Төбәк ярыштарында бөтәһе 17 команда ҡатнашты. Һайлап алыу этабы 2023 йылдың 5-22 майында онлайн уҙғарылды. Төбәк этабы финалында көрәште эшҡыуарҙарҙан, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан, студенттарынан, төбәк ойошмалары, компаниялары етәкселәренән һәм хеҙмәткәрҙәренән торған һигеҙ коллектив дауам итте. Улар - "Үҫеш энергияһы", "Уңыш гаранты", "Zaуралье, алға!", "Төньяҡ-көнсығыш", "Сауҙагәр-КупецЪ", "Теген зонаһы", "Өмөт", DEVON командалары.

Бизнес стратегияһы һәм уға идара итеү буйынса Global Management Challenge милли этапҡа әҙерлек барышында Президент академияһы студенттары өсөн махсус төбәк-ара кубок ойошторолдо. Унда Ставрополь һәм Хабаровск крайы, Һарытау, Калининград, Калуга, Свердловск, Владимир, Ырымбур өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы командалары ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан кубогының финал саралары барышында республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ырымбур филиалы етәкселеге командалары өсөн махсус күнекмә уҙғарылды.

Финал ярыштары һөҙөмтәләре буйынса "КупецЪ" командаһы ярыш еңеүсеһе булды, уның составына бизнес-шәрифтәр - Стәрлетамаҡ ҡалаһы округынан Артур Әсәҙуллин, Салауат ҡалаһы округынан Урал Мәғизов, Бәләбәй районы муниципаль районының бизнес-шәрифе Татьяна Горденко һәм Салауат ҡалаһының электр селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһы директоры Фәнил Моратов инде.

Команда икенсе йыл рәттән төбәк этабында еңеү яулай. Быйыл ул Пермдә үтәсәк Global Management Challenge чемпионатының милли финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: