Иҡтисад
26 Мая 2023, 07:40

Иң яҡшы юл сервисы хеҙмәте билдәләнәсәк

Башҡортостанда тәбәктең иң яҡшы юл сервисы объектына республика конкурсы үтәсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡшы юл сервисы хеҙмәте билдәләнәсәкИң яҡшы юл сервисы хеҙмәте билдәләнәсәк
Иң яҡшы юл сервисы хеҙмәте билдәләнәсәк

Башҡортостанда тәбәктең иң яҡшы юл сервисы объектына республика конкурсы үтәсәк. Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙәмттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә был бәйгегә заявкалар 1 июндән 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Конкурста шәхси преджприятиелар ҙа ҡатнаша ала.Ккүп функциялы, заправкалау һәм ҡунаҡхана комплекстары, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары, шулай уҡ автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станциялары арарһында иң яҡшылар билдәләнәсәк.

Был конкурс халыҡҡа юл сервисы хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыуға һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Килеп тыуған һорауҙар буйынса +7 (347) 218-18-61 телефоны аша белешергә мөмкин.

Мәғлүмәтте mosunova.kv@bashkortostan.ru электрон йәшниккә ебәрергә кәрәк. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас