+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 09:49

Тырыш егеттәрҙең эше көйлө

Һуңғы ваҡытта һәр ерҙә «Хәләл» билдәһе ҡуйылған аҙыҡ-түлек бермә-бер артты. Үҙем шаһит булғаным бар — уға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ. «Уңыш» туҡталышы эргәһендә урынлашҡан «Doner Vill» «Хәләл» нөктәһе лә күп мосолман ҡәрҙәштәрҙе ылыҡтыра.

Тырыш егеттәрҙең эше көйлө
Тырыш егеттәрҙең эше көйлө

Был донъяла һәр нәмә ике төргә бүленә: мәҫәлән, изгелек һәм яуызлыҡ, ир һәм ҡатын, күк һәм ер, йәннәт һәм тамуҡ... Хатта электр заряды ла ыңғай һәм кире була. Шуның кеүек туҡланған ризығыбыҙ ҙа хәләл менән хәрәмгә айырыла. Эйе, арабыҙҙа «Хәләл» билдәһе ҡуйылған аҙыҡ-түлекте һайлаусылар көндән-көн арта бара. Бөгөн магазин кәштәләрендә зыянлы өҫтәмәләр, тәмләткестәр, консерванттар менән тултырылғаны үтә лә киң таралды бит. ГМО ла аҙым һайын тиерлек. Шуға ла «Хәләл» бренды халыҡ тарафынан экологик йәһәттән саф һәм зыянһыҙ продукция булараҡ ҡабул ителә. Ә мосолмандар инде бындай аҙыҡ-түлеккә иң тәүҙә дини ҡануниәт буйынса өҫтөнлөк бирә.

Урам ризығы илебеҙҙең ҙур ҡалаларында ғына түгел, хәҙер ауыл ерендә лә популярлаша бара. Һәр мөйөштә тиерлек бәләкәй кибеттәр осрай, халыҡ яратҡан был ризыҡты «шаурма» йәки «шаверма» тип атайҙар, «донер» тип тә йөрөтөлә.

Мәҡәләм геройҙары Салауат Шаһивәлиев менән Ринат Фәхрисламов Юлдаш ауылынан. Салауаттың бөтә тормош юлы ошо ауылда гөрләһә, Ринаттың бала сағы Юлдаш ауылы менән бәйле. Ул үҙе ҡала егете булһа ла, йыш ҡына өләсәһенә ҡунаҡҡа барыр була. Ике теремек, шуҡ егеттең дуҫлығы шул замандарҙан бирле дауам итә. Дини тәғлимәттәргә таянған, айыҡ тормош көткән мосолман егеттәре улар. 

Утты-һыуҙы бергә үткән, ағалы-ҡустылы кеүек булған тоғро дуҫтар 2019 йылда Асҡарҙа хәләл шаурма эшләү нөктәһе асырға ҡарар итәләр. «Ни өсөн шаурма?» тигән һорауыма «Ул туҡлыҡлы, тәмле, ябай һәм тиҙ әҙерләнә торған ризыҡ» булды. Был фаст-фудтың бик популяр булыуы ғәжәп түгел. Соус һәм йәшелсә менән яратҡан ит рулетын төрөк Ҡадир Нурман уйлап таба. Уйлап табыусы Германияла йәшәй һәм 1972 йылда беренсе тапҡыр ҡыҙҙырылған итте ҡамыр эсенә урап сауҙа итә башлай. Төрөк донеры-кебаб был ризыҡты булдырыуға этәргес була, әммә уңайлыраҡ булһын өсөн Нурман ризыҡты урам ризығына яраҡлаштыра. Шулай итеп, ит рулеты барлыҡҡа килә, уны эшкә барышлай һәм ҡайтышлай ҙа ашарға мөмкин. 

— Шаурма — иң яратҡан ризығым. Асҡарға килһәң, тиҙ арала ғына ҡапҡылап сығырға хәләл шаурма эшләгән урын юҡ, ә беҙ мосолман булараҡ хәләл ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Электән үҙемдең эшемде асырға теләк бар ине һәм был хаҡта дуҫым Ринатҡа еткерҙем. Ул ниәтемде эләктерә һалып алды һәм бергәләп Асҡар үҙәгендә урын һайлай башланыҡ, -— ти С. Шаһивәлиев.

Егеттәргә эшҡыуар Айрат Әминевтың ярҙамы күп тейә. Ул урын һайлаша, кәңәштәрен бирә. Тәҡдим ителгән бинаға ремонт эшләп, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу күп сығым талап итә.

Көнсығыш илдәренән килеп ингән ризыҡтарҙы эшләү серҙәренә төшөнөр, эш башлағанда килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн Салауат менән Ринат Магнитогорск ҡалаһындағы «Doner Vill» селтәрен менән етәкләгән Рафиҡ Мамедов менән танышып, эшҡыуарлыҡтың бөтә нескәлектәрен үҙләштерә. Әйткәндәй, Рафиҡ егеттәргә франчайзинг, йәғни популяр брендты коммерция маҡсатында ҡулланыу хоҡуғын бирә. Бренд хужаһы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Рафиҡ Мамедов егеттәргә үҙенең тауар билдәһен  законлы ҡулланырға рөхсәт итә, бизнес алып барыуҙың әҙер схемаһын бирә, асылған эшҡыуарлыҡ эшенә техник ярҙам күрһәтә.

— 2019 йыл һабантуйҙа тәүге тапҡыр халыҡҡа шаурма эшләп һаттыҡ. Ҡытыршылыҡтар килеп тыуһа ла, беҙ юғалып ҡалманыҡ. Ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешергә тырыштыҡ һәм ошо йылдың 3 декабрендә үҙ ишектәребеҙҙе астыҡ, — тиҙәр егеттәр.

Салауат менән Ринат эшҡыуарлыҡты яйға һалыр өсөн рәсми рәүештә эшләгән эштәренән баш тартып, йыл ярым инде икәүләшеп икегә-ике графигы менән халыҡты үҙҙәре хеҙмәтләндерә. Бизнес эшен тамам яйға һалып алғас та, эшкә ашнаҡсылар һәм кассир алалар. Сиҙәм ауылынан Леонид Климов нөктәлә тәүге көндән алып эшләй. Күптән түгел Ҡолоҡас ауылы егете Сәлим Килмөхәмәтов та бында хеҙмәт юлын башлаған.

Бөгөн иһә Салауат менән Ринат бурыстарҙы ла үҙ-ара бүлешеп алғандар: аҙыҡ-түлекте Ринат хәстәрләһә, ит, эсемлектәр Салауатҡа йөкмәтелгән.

— Хәләл продукцияны һатып алыу өҫтәмә сығымдар һәм ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра, ә был продукцияға хаҡта ла сағылалыр тигән һораымды егеттәр инҡар итте.

— Беҙ хаҡты осһоҙ ҡуйырға тырышабыҙ, сөнки халыҡ, Аллаға шөкөр, беҙгә күп йөрөй һәм үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙҙы юғалтҡыбыҙ килмәй, — ти егеттәр.

Бөгөн «Doner Vill» нөктәһенең эше көйлө. Бында урындағы халыҡҡа шаурманан тыш, люля-кебаб, ябыҡ пиццалар, төрлө бургерҙар, хот-догтар, сәй, һуттар, төрлө ҡәһүәләр тәҡдим ителә. Шаурма ҡалыптар формаһы, тәме һәм ҙурлығы буйынса айырыла, уның соустары ла төрлө.

Ашнаҡсы егеттәр әйтеүенсә, улар иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем 70-80 кешене хеҙмәтләндерә. Ял көндәрендә кеше күп булмай, ә дүшәмбе, кесаҙна, йәғни баҙар көндәрендә халыҡ күпләп ағыла икән.

— Аш-һыу әҙерләгән урын булғас, ҡыҙҙарға яулыҡ ябынырға, шулай уҡ эшселәрҙән һәр ерҙә таҙалыҡ һәм бөхтәлек талап итәбеҙ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар көн һайын бинаны эстән таҙалап, иҙәндәрҙе йыуып ҡайталар. Таҙалыҡ — мосолман халҡы өсөн иң мөһиме, — тиҙәр улар.

Хәләл ризыҡ индустрияһы артабан да үҫешһен өсөн иң тәүҙә урындағы халыҡтың иманлы һәм аңлы булыуы мөһим. Күңелендә иман булған ғына хәләлгә өҫтөнлөк бирәсәк. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе үҙҙәре артынан эйәрткән башҡорт егеттәренә артабан да эштәренең уң булыуын теләйем.

Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: