+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2023, 22:55

82 миллиард һум инвестиция

Быйыл форумда 8 илдән 3,5 мең вәкил ҡатнашҡан.  Форум Урал аръяғын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

82 миллиард һум инвестиция
82 миллиард һум инвестиция

Инвестиция форумы  һуңғы дүрт йылда Урал аръяғына 82 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек биргән. 200 инвестиция проекты тормошҡа ашырыған. Уҙған йылда ғына 87-һе  тамамланған. Санкция сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, эш әүҙемлеге кәмемәй. Әлеге ваҡытта 150 миллиард һумдан ашыу суммаға 198 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаған. Урал аръяғының социаль инфраструктураһын үҫтереү өсөн беҙ Республика адреслы инвестиция программаһының һәм башҡа федераль, төбәк инструменттарының мөмкинлектәрен әүҙем файҙаланабыҙ.

Дүрт йылда 90-дан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты, дауаханалар, амбулаториялар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм 14 мәҙәниәт учреждениеһы сафҡа индерелгән һәм ремонтланған. 150 йәмәғәт һәм ихата биләмәләре төҙөкләндерелгән. Беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағын  нығытыу өҫтөндә лә системалы һәм планлы рәүештә эшләнек. Булған медицина учреждениеларына ҙур капиталь ремонт үткәрелде. Был маҡсатҡа яҡынса 175 миллион һум йүнәлтелгән. 1000-дән ашыу берәмек медицина ҡорамалы ҡуйылған. Әлеге ваҡытта Учалыла хирургия корпусы һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөләсәк. Алдағы өс йылда Асҡарҙа һәм Учалыла тағы ике поликлиника төҙөү күҙаллана. 37 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 4 табип амбулаторияһы буласаҡ. Мәғарифта яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә һәм булғандарын яңыртыуға айырым иғтибар бүленгән.

Дүрт йыл эсендә балалар баҡсалары менән берләштерелгән 4 мәктәп төҙөлгән (576 уҡыусыға һәм 360 мәктәпкәсә урын). 17 белем биреү учреждениеһы капиталь ремонтланған. Хәҙер Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында, шулай уҡ Сибайҙа тағы 8 мәктәпте тәртипкә килтереләсәк. Сибай гимназия-интернатын төҙөкләндереү башланды. Асҡарҙа 800 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән мәктәп төҙөлә. Аҡъярҙа интернат менән полилингваль мәктәп төҙөлөп бөтөп килә. Был проектҡа 920 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. «Урал аръяғы балалары» белем биреү үҙәгенең яңы корпусын проектлау этабы тамамлана.

Ғәҙәттәгесә, мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә. Дүрт йылда яҡынса 560 миллион һумға 14 мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелгән, капиталь ремонтланған һәм йыһазландырылған. 37 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытылған. «Шүлгәнташ» музейы төҙөлөшөн тамамлау (458,9 миллион һум) иҫтәлекле ваҡиға булды. Киләһе йылдарҙа 2 миллиард һумға тиерлек 7 объект төҙөргә, ремонтларға планлаштырыла. Спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Аҡъярҙа бассейн, Темәстә бассейн менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Баймаҡта ябыҡ һырғалаҡ төҙөлә.

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы буйынса тышҡы яҡтыртыу системаларын яңыртыу программаһы тергеҙелде.

 

Урал аръяғының юл инфраструктураһын үҫтереүгә дүрт йыл эсендә 12 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем тағы 240 саҡрым самаһы юл һәм 600 погонлы метр күпер төҙөргә һәм йүнәтергә планлаштырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: