+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2023, 17:45

Сибайҙан Яңы рудныйға тимер юлы төҙөләсәк

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында  БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән «ВЭБ Инфраструктура» акционерҙар йәмғиәте («ИнфраВЭБ» акционерҙар йәмғиәте) араһында «Сибай - Яңы рудный» тимер юлын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу буйынса тейешле килешеү төҙөлдө.

Сибайҙан Яңы рудныйға тимер юлы төҙөләсәк
Сибайҙан Яңы рудныйға тимер юлы төҙөләсәк

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында  БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән «ВЭБ Инфраструктура» акционерҙар йәмғиәте («ИнфраВЭБ» акционерҙар йәмғиәте) араһында «Сибай - Яңы рудный» тимер юлын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу буйынса тейешле килешеү төҙөлдө. Проектты тормошҡа ашырыу республика һәм тотош ил күләмендә һиҙелерлек синергетик һөҙөмтә бирәсәк. Тимер юл төҙөлөшө Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға тәҡдим ителгән Башҡортостандың биш «алға китешле проекты» иҫәбендә. Тимер юл Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарының тура бәйләнешен тәьмин итәсәк. Улар араһында - Силәбе йөк тейәгән тимер юл узелы.

Юл Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе биләмәһенән үтеп, эшкәртеүсе предприятиелар, шул иҫәптән Сибай һәм Бүребайҙағы төҫлө металл ятҡылыҡтарын - Подольск, Төньяҡ Подольск, Көнсығыш Подольск һәм Юбилейныйҙы тоташтырасаҡ.

Был проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш 2021 йылда уҡ әүҙем башланғайны. Бөгөн проекттың техник-иҡтисади нигеҙе әҙерләнгән, уға ярашлы уны ғәмәлгә ашырыу туғыҙ йыл самаһы ваҡытты аласаҡ. Яҡынса баһалауҙар буйынса, инвестицияларҙың дөйөм күләме 116 миллиард һумдан ашасаҡ. Яңы тимер юл тармағының 2035 йылға планлаштырылған дөйөм йөк әйләнеше йылына 14 миллион тоннаға етәсәк. Мәғдән һәм нефть йөктәре, ҡара металдар һәм төҙөлөш материалдары йөктәрҙең төп номенклатураһы буласаҡ тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә төрлө өлкәләрҙә миллиардлаған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға, Урал аръяғы төбәгендә өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, проект көнсығыш илдәре менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе лә нығытырға мөмкинлек бирәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: