+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2023, 18:55

Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай халыҡ-ара бизнесын үҫтереү үҙәгенең генераль директоры Ли Яньцзюн менән осрашыу барышында төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте тикшерҙе.

Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый
Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый


Башҡортостан Башлығы Ҡытай Халыҡ Республиканың төп партнерҙарының береһе булыуын билдәләне.
- Тауар әйләнешенең ҙур булыуына ҡарамаҫтан, әлегә беҙҙә Ҡытай иҡтисады менән тәрәнерәк берләшеү бәйләнештәре юҡ, - тине Радий Хәбиров. - Ошо йәһәттән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең һәйбәт потенциалын күрәбеҙ, һәм, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ. Башҡортостанда Ҡытай бизнесына төрлө өлкәләрҙә уңайлы шарттар булдырырға әҙерҙәр. Атап әйткәндә, беҙ республикабыҙҙа йыйыу производстволарын локалләштереү мөмкинлеген ҡараған Zoomlion үҙйөрөшлө машиналар эшләү компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү буйынса үҙәктең генераль директоры Ли Яньцзюнь Рәсәйҙән тәбиғи газ, шулай уҡ химия сәнәғәте продукцияһын килтереү менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
- Ауыл хужалығында үҫемлек майын һатып алыу менән ҡыҙыҡһыналар. Тағы ла бер перспективалы проект - икенсел сеймал етештереү өсөн ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү. Ошо маҡсатта предприятие төҙөй алыр инек, - тип хәбәр итте Ли Яньцзюнь. - Был ниәттәрҙе тикшергәндә Башҡортостан Хөкүмәте яғынан ярҙамға өмөтләнәбеҙ. Республика Башлығы тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары менән үҙ-ара эш итеү планын әҙерләү кәрәклеген дә билдәләне.
- Башҡортостан - Рәсәйҙең нефть-газ секторы үҙәктәренең береһе. Беҙҙә үҙ продукцияһын экспортҡа сығарырға әҙер ҙур сеймал табыу һәм эшкәртеү компаниялары бар, - тине Радий Хәбиров. - Ауыл хужалығында ла - бик яҡшы компетенциялар һәм ҡеүәтле производство. Бәйләнештәрҙе берләштереү, хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын табыу мөһим.
Фото: Республика Башлығы сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: