Иҡтисад
30 Мая 2023, 12:40

Халыҡ кәсебе оҫталарына - 11 миллион һум

«Урал аръяғы - 2023» инвестиция һабантуйында башҡорт сувенирҙарының тәүге маркетплейсы тәҡдим ителде.   

Халыҡ кәсебе оҫталарына - 11 миллион һумХалыҡ кәсебе оҫталарына - 11 миллион һум
Халыҡ кәсебе оҫталарына - 11 миллион һум

«Урал аръяғы - 2023» инвестиция һабантуйында башҡорт сувенирҙарының тәүге маркетплейсы тәҡдим ителде. 

Башсувенир.рф махсус сайтының презентацияһы РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Социаль әһәмиәтле тауарҙар сәнәғәтен үҫтереү департаментының бүлек начальнигы Мария Козлова ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһында халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү перспективаларына арналған «түңәрәк өҫтәл» ваҡытында үткәрелде.

- Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгендә 350 самаһы халыҡ кәсептәре предприятиеһы эшләй. 2018 йылдан был тармаҡҡа 2,45 миллиард һумлыҡ субсидия бүлдек. Был өлкәлә мәшғүл кешеләргә ярҙам итеү (ә улар 30 меңдән ашыу!), шулай уҡ Рәсәй мәҙәниәтенең мөһим аспекттарының береһен популярлаштырыу өсөн Президент 2022 йылда айырым байрам булдырҙы. Халыҡ кәсепселәре байрамын   18 июндә билдәләйәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Мария Козлова.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев башҡорт сувенир продукцияһы магазинының  тәүге һатып алыусыларының береһе булды, «Шайморатов» бүреген һатып алды.

Уның әйтеүенсә, быйыл республика ҡаҙнаһынан халыҡ кәсептәре оҫталарына һәм һөнәрселеккә ярҙам итеү өсөн 11 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған.

Быйыл республикала «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем булдырылған.

 

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләүенсә, республикала 2025 йылға тиклем халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү буйынса саралар планы әҙерләнгән. Ул дәүләт ярҙамы саралары комплексын, шул иҫәптән субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тота.

 - 2022 йылда 17 эшҡыуар ҡорамалдар, сеймал, инструменттар һәм тотона торған материалдар һатып алыуға субсидиялар алды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 11 миллион һум аҡса бүленде, - тип аңлатма бирҙе Рөстәм Афзалов.

      Рәсәйҙә халыҡ художество кәсептәре предприятиелары милли художество кәсептәре изделиеларын етештереүгә һәм һатыуға ярҙам итеүгә субсидиялар рәүешендә федераль ярҙам ала. 2022 йылда «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы предприятиеһы ошондай ярҙам менән файҙаланған. Уҙған йылдан башлап федераль субсидияны шулай уҡ интернет-магазиндар әҙерләүгә һәм яңыртыуға, селтәрҙәге рекламаға, фирма төргәген булдырыуға, күргәҙмәләр һәм сауҙаны киңәйтеүгә һәм яңыртыуға тотонорға мөмкин.

"Йәшлек" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас