Форумда Рәсәйҙең 14 төбәгенән һәм туғыҙ илдән, атап әйткәндә Ҡытай, Ҡаҙағыстан, Үзбәкстан, Төркиә, Һиндостан, Иран, Италия, Тажикстан һәм Белоруссиянан делегациялар килгән, 3,3 мең кеше ҡатнашҡан.
«Бөгөн Башҡортостанда үҫеш өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәр бар, был инвестициялар күләменең йылдан-йыл артыуын раҫлай. Биш йыл эсендә Сибайҙағы форумды төрлө йүнәлештәр буйынса көнүҙәк көн тәртибен булдырыу өсөн етди майҙансыҡ. Форум санкция баҫымының көсәйеүе шарттарында үтте, ләкин был уға Рәсәй генә түгел, сит ил компанияларының да иғтибарын йәлеп итергә ҡамасауламаны”, тине республика Хөкүмәт етәксеһе А.Назаров.
Пленар сессияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика властары ошо айҙа инвестиция ҡануниәтен ярайһы уҡ либералләштереү концепцияһын тәҡдим итәсәген белдерҙе. Ә июлдән проекттарға өҫтөнлөклө статус биреү һәм инвестиция эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн ер алыу механизмдары ябайлаштырыласаҡ.
Әйткәндәй, үткән йылда «Урал аръяғы» дүртенсе инвестиция һабантуйында 107 миллиард һумға 28 килешеү төҙөлгән булған. Алдағы өс форумда дөйөм алғанда 112 миллиард һумға 56 килешеүгә ҡул ҡуйылған.