+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2023, 13:00

Эске ресурстар иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеге арттырыла

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында  ҡатнашҡан “ВЭЙ ПАК” һәм “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә эште һәм етештереүҙе ҡулайлаштырыу буйынса эш бара. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эске ресурстар иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеге арттырыла
Эске ресурстар иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеге арттырыла

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында  ҡатнашҡан “ВЭЙ ПАК” һәм “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә эште һәм етештереүҙе ҡулайлаштырыу буйынса эш бара.

Был тәңгәлдә “Спектр” йәмғиәте проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Табип” балалар уйын йыйылмаһын етештереү участкаһын һайланы, ә  “ВЭЙ ПАК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һаҡсыл технологиялар сәнәғәт төргәктәре эшләү цехында ғәмәлгә индерелә. Кәңәшмәлә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары, компаниялар етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Был турала Виктор Романец һөйләне.

– Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары һәм предприятиеларҙағы эш төркөмдәре ошо компанияларҙа өҙлөкһөҙ камиллашыу культын үҫтереү менән шөғөлләнәсәк. Һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеген компанияның эске ресурстары иҫәбенә арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралар буйынса фекер алышты һәм тренингтарҙы үткәреү көндәрен билдәләне, – тине ошо юҫыҡта үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец.

Компанияларҙың эшсе төркөмдәре Һаҡсыл етештереү һәм яҡшыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тренингтар үтте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: