Иҡтисад
8 Июня 2023, 12:20

Витаминлы он Әзербайжанға оҙатыла

Ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән, көндәлек тормошта ҡулланылған продукттар етештергән «БашЭко» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сит ил баҙарын яулай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Витаминлы он Әзербайжанға оҙатылаВитаминлы он Әзербайжанға оҙатыла
Витаминлы он Әзербайжанға оҙатыла

Ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән, көндәлек тормошта ҡулланылған продукттар етештергән «БашЭко» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сит ил баҙарын яулай.

Үҙенең эшмәкәрлеген улар 2021 йылдан алып бара. Предприятие командаһының төп маҡсаты - ағастан экологик яҡтан таҙа продукттарҙы танытыу, ҡулланыу баҙарына сығарыу. Компания  әүҙем үҫешә һәм ҡулланыу баҙарына яңынан-яңы тауарҙарын сығара.

Күптән түгел витаминлы он етештереп ҡарағандар. Ул СССР-ҙа эшләнгән ГОСТ-ҡа ярашлы эшләнә. Ул осорҙоң тәжрибәһен ҡулланыу химик элементтарҙан баш тартырға, уларҙы натураль продукттарға алмаштырырға мөмкинлек бирә, күптән онотолған, ләкин һорау менән ҡулланылған тауарҙарҙы тәҡдим итергә юл аса.

-Эшҡыуарҙарыбыҙҙың уңыштары менән уртаҡлашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Компания өсөн был тәүге экспорт контракты. Әлеге килешеү уларға эшләп табылған аҡсаны артабанғы үҫеш өсөн йүнәлтергә ярҙам итәсәк. Был ыңғай миҫал башҡа эшҡыуарҙарға ла дәрт бирер, сит ил баҙарына сығыуға этәрер, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисад бәйләнеше һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас