Иҡтисад
15 Июнь 2023, 13:15

Иң яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостан Инвестиция карталарының сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

Иң яҡшылар иҫәбендәИң яҡшылар иҫәбендә
Иң яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостан Инвестиция карталарының сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

 Рейтинг һөҙөмтәләре менән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Инвестиция үҫеше агентлыҡтарының милли ассоциацияһы таныштырҙы. Башҡортостандың инвестиция картаһы рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Эксперттар 43 пилот төбәктең ошондай карталарын 22 критерий буйынса баһалаған. Республика картаһы еренә еткереп эшләнгән тип танылған. Уңышлы күрһәткестәр: транспорт инфраструктураһы, тәбиғи монополия объекттары (подстанциялар, һыу алыу ҡоролмалары, йылылыҡ пункттары һәм башҡалар), элемтә һәм интернет, тарифтар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас