

«Газпром газораспределение Уфа» компанияһы урамдарға ҡуйыласаҡ заманса ҡаҙанлыҡтар менән эшләй башланы. «Газ. Нефть. Технологиялар» 31-се Халыҡ-ара күргәҙмәлә предприятие «ТГУ-НОРД-С» тибындағы урамға ҡуйылыусы термоблокты күрһәтте. Улар шәхси йорттарҙы, социаль һәм производство объекттарын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән. Урамға ҡуйылыусы ҡаҙанлыҡтар газүткәргескә тоташтырыуҙы һиҙелерлек еңеләйтә һәм арзаныраҡҡа төшә.Төтөн тартыу ҡоролмаһы ҡуйырға кәрәкмәй.Тыштан ҡаҙанлыҡты ҡуй ҙа, әйҙә рәхәтләнеп файҙалан. -Был тәжрибәне төбәктә таратырға кәрәк, - тине был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры– сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Урамға ҡуйылыусы газ термоблогы бинаның тышҡы стенаһына ҡуйыла. Бындай ҡаҙанлыҡ ҡулланыусыға 140 мең һумға төшә. Бында ҡаҙанлыҡ бинаһы кәрәкмәйәсәк. Система менән телефондағы ҡушымта аша эш итергә була, авария сигналдары телефонға SMS-хәбәр рәүешендә килә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә муниципалитеттар башлыҡтарына һәм «Газпром межрегионгаз Уфа» предприятиеһына ауылдарҙа урамға ҡуйылыусы газ ҡаҙанлыҡтарын ҡуйыу механизмын эшләргә ҡушты.