Иҡтисад
22 Июнь 2023, 04:03

Инвесторҙарға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа артҡан

Үткән йылда Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлегенә ярҙамға 14,9 миллиард һум аҡса йүнәлттелгән, был унан алдағы йылға ҡарағанда 50 процентҡа күберәк.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Инвесторҙарға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа артҡанИнвесторҙарға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа артҡан
Инвесторҙарға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа артҡан

Был хаҡта вице-премьер, республиканың Финанс министрлығы етәксеһе  Лира Иғтисамова белдергән. Төбәк ҡаҙнаһынан аҡса индустриаль һәм технопарктар, махсус иҡтисади зоналар үҫеше өсөн инфраструктура булдырыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Шаҡтай финанс ярҙамы, эшҡыуарҙарға субсидиялар һәм бюджет инвестициялары рәүешендә бүленгән.

       Дөйөм алғанда һалым түләүселәрҙең 60 категорияһы буйынса һалым льготалары күләме былтыр 18,4 миллиард һум тәшкил иткән. Бер йыл элек күрһәткес 5,1 процентҡа түбәнерәк булып, һалым түләүселәрҙең 48 категорияһы ташламаларға дәғүә итә алған. Һалым льготаларының күпселек өлөшө инвестиция һалым ҡайтармаһына, шулай уҡ өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған ойошмалар милкенә һалым һәм табышҡа һалым буйынса ташламаға тура килгән.

      Майҙа Башҡортостан парламенты өҫтөнлөклө проекттарҙы ғәмәлгә ашырған инвесторҙар өсөн табышҡа һалым буйынса льготаларҙы бер йылға оҙайтҡайны. Был сара бюджетҡа 505 миллион һумға төшәсәк, әммә бының һөҙөмтәһендә предприятиеларҙың тотороҡло эше һәм инвестиция пландарын тормошҡа ашырыуынан килгән табыш ошо сумманан артып китәсәк, тип иҫәпләнә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас