Иҡтисад
23 Июнь 2023, 06:05

Килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ

Башҡортостандың Бөрө районы һәм Беларусь Республикаһының Гродненский районы Волковысский район башҡарма комитеты Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә туғандаш мөнәсәбәттәр булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштыра

Килешеүҙәргә  ҡул  ҡуйыласаҡКилешеүҙәргә  ҡул  ҡуйыласаҡ
Килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ

Башҡортостандың Бөрө районы һәм Беларусь Республикаһының Гродненский районы Волковысский район башҡарма комитеты Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә туғандаш мөнәсәбәттәр булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштыра. Тағы форумда төбәк линияһы буйынса барлығы белорус партнерҙары менән хеҙмәттәшлек тураһында 30 тирәһе документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Был хаҡта республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

- Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына, союз дәүләтенең артабанғы интеграциялауы өсөн майҙансығы булараҡ, ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республикаларыбыҙҙың бергә үҫеше тураһындағы ниәтен килешеүҙәр, меморандумдар, саралар тураһындағы пландар, хеҙмәттәшлек тураһындағы башҡа документтар менән нығытмаҡсыбыҙ. Яңы проекттар һәм артып барған тауар әйләнеше эшебеҙ һөҙөмтәһе буласаҡ. Быйылғы тәүге дүрт айҙа, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, тышҡы тауар әйләнешенең 28 процентҡа артыуы теркәлде. Белоруссияға ебәрелгән продукцияның төп өлөшөн химия сәнәғәте биләй, - тине Маргарита Болычева.

Мәҫәлән, Башҡортостан менән Беларусь араһында фән һәм мәғариф уҡыу йорттары араһында, мәҙәниәт, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас