Иҡтисад
26 Июнь 2023, 11:26

X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған кәңәшмәлә Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын уҙғарыуға әҙерлек тикшерелде.

X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙалланаX Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана
X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана

Әлеге ваҡытта Төбәктәр форумында ҡатнашыу өсөн бөтәһе 4,8 мең самаһы кеше теркәлгән. Форумға шулай уҡ Федерация Советының рәсми делегацияһы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре губернаторҙары киләсәк.

     Форумдың эшлекле программаһы 27 июндә старт ала, ә уның төп сараһы - 28 июндә үтәсәк пленар ултырыш.

      Форум майҙансығында Рәсәй һәм Беларусь халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләйәсәк. Форумда ҡатнашыусылар төрлө кимәлдәге 100-ҙән ашыу килешеү төҙөргә ниәтләй.

     Бынан тыш, форум делегаттарын һәм ҡунаҡтарын бай спорт һәм мәҙәни саралар көтә. Мәҫәлән, Мәктәп спорты фестивале һәм «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» байрам концерты үтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас