

Төбәктәр форумы сиктәрендә Белоруссия һәм Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
. Килешеүҙең темаһы – перспективалы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади потенциалын нығытыу маҡсатында яҡтар араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу. Был килешеү халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, уның тауар һәм хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм эшкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында яҡтарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы потенциалын үҫтереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән. Әлеге килешеүгә ярашлы яҡтар үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә республикала X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы уҙа. Беларусь Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының парламент-ара, сауҙа-иҡтисади, фәнни-мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереү был форумдың төп маҡсаттары булып тора.