

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы инвесторҙы айырым иҡтисади биләмә резиденттары иҫәбенә индергән.
Проекттың күләме 180 миллион һумға төшә, уны тормошҡа ашырғас 52 эш урыны булдырыласаҡ. «Пластэко Рус» компанияһы бордюр ташы, тротуар плиткаһы, стена блоктары һәм бетондан башҡа изделиелар сығарырға ниәтләй. Предприятие шулай уҡ металл конструкцияларҙан каркасһыҙ ангарҙар һәм ҡоролмалар етештереләсәк.
Ишембайҙа төҙөләсәк яңы заводҡа 10 гектарға яҡын майҙанда ер һайланған. Объект быйыл төҙөлә башлаясаҡ, ә 2025 йылда унда продукция етештереү эштәре башланасаҡ.
«Әлегә "Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә 2110 яңы эш урыны булдырырға ниәтләгән 49 миллиард һум инвестиция күләме менән 13 резидент теркәлгән. Республика Хөкүмәте Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә махсус иҡтисади зона инфраструктураһын үҫтереү һәм уның биләмәһенә яңы инвесторҙар йәлеп итеү буйынса планлы эш алып бара», - тигән вице-премьер Ильшат Тажетдинов.