

Бөгөн Өфөлә Белоруссияның «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды. «Коминтерн» ир-егеттәр өсөн классик стилдәге костюмдар тегеүгә махсуслаша. Республика етәксеһе магазиндың ассортименты, компания продукцияһына хаҡтар менән танышты. Аралашыу ваҡытында Беларусь вәкилдәре үҙҙәренең компетенциялары һәм технологиялары менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.
«Был хәҙерге шарттарҙа тиҙ генә эшләп, проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкин икәнен күрһәтә. Бер нисә ай элек предприятиеға сәфәребеҙ барышында Башҡортостанда магазин асырға тәҡдим иткәйнек. Шәп проект килеп сыҡты. Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ йәһәтенән ошондай миҫалдар күберәк булырға тейеш. Эшегеҙгә уңайлы шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Уңышлы һатыуҙар теләйем. Хәйерле сәғәттә», - тине Радий Хәбиров магазинды асыу тантанаһында.
«Бөгөн Башҡортостанда, Өфөлә «Коминтерн» компанияһының Рәсәйҙәге тәүге фирма магазины асыла. Был үҙенә күрә бер үҫеш. Предприятиелар араһында хеҙмәттәшлек киңәйә. Алда беҙҙе ҙур эш көтә», — тине Иван Крупко.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев билдәләүенсә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында бында Белоруссия тауарҙары магазинын күреү бик ҡыуаныслы.
Башҡортостан менән Беларуссия иҡтисади өлкәлә дуҫлығы "Халыҡ-ара коооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.