

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республикабыҙҙан “Үлсәү ҡоролмалары заводы” сауҙа йорто” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына ҡушылды, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында.
- Милли проекттың барлыҡ саралары предприятиеларҙың иҡтисади хәлен нығытыуға, төбәктең тотороҡлоғона йүнәлтегән. Компаниялар тарафынан производство процесына яңы “һаҡсыл алымдар индереү продукцияның үҙҡиммәте, сифатының күтәрелеүе" менән туранан-тура бәйле. 160 предпрятиела ғына беҙ туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, яңы ҡатнашыусыларҙы һәм яңы һөҙөмтәләр көтәбеҙ, - тине Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Үлсәү ҡоролмалары заводы” сауҙа йорто сәнәғәт үлсәүҙәрен, ҡоро материалдар өсөн дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Милли проектта ҡатнашыуҙан хаталарҙы һәм кәрәкмәгән операцияларҙы ҡыҫҡартыу көтөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите