Иҡтисад
3 Июль 2023, 16:37

Төпкөл ауылда - туристик-мәғлүмәт үҙәге

Ошо көндәрҙә Белорет районының Николаевка ауылында Шәхси туристик-мәғлүмәт агентлығы асылды.

Төпкөл ауылда - туристик-мәғлүмәт үҙәгеТөпкөл ауылда - туристик-мәғлүмәт үҙәге
Төпкөл ауылда - туристик-мәғлүмәт үҙәге

Белорет районының Николаевка ауылында Шәхси туристик-мәғлүмәт агентлығы асылды.

 – Был бик ҡыйыу идея булды. Шәхси туристик-мәғлүмәт үҙәге Өфөнән 320 километрҙа йыраҡта, 25 километр асфальт юлы булмаған бер ауыл урамында урынлашҡан.

Иҫке бинаны тергеҙеү, төҙөлөшкә аҡса йәлеп итеү – барыһы ла ҡыйыу уй-хыялды бойомға ашырыу өсөн. Бөгөн беҙ Шәхси туристик-мәғлүмәт үҙәген астыҡ. Әммә ысынында уның тарихы асыуҙан башлана ғына әле. 

Беҙ был эште тормошҡа ашыра алдыҡ. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт, һеҙ бик күп һәм һәр берегеҙ бик мөһим. Хәҙер тағы ла йөҙәрләгән кешенең ярҙамы, осраҡлылыҡ, мөмкинлектәр булыуын беләм. Тағы ла йөҙ сәбәп – яҡшылыҡҡа һәм кешеләргә ышаныу. Беҙ быны эшләнек. Николаевканың төп ҡиммәттәренең береһе минең өсөн... ҡаланан сығып, Баштурҙы аша сығып, Ирәмәл башланғас, аяҡты газдан алып ташларға, йылмайырға. Аҙаҡ ултырырға, тупаҫланырға, аттарға һәм тауҙарға ҡарарға. Хәҙер мин тауҙарға ҡарап ҡына ултырам... – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты билдәле эколог, туризм менән шөғөлләнеүсе  Рина Гринберг.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас