Иҡтисад
7 Июль 2023, 11:43

Импортты алмаштырыуҙа ярҙам итәсәк

Тиҙҙән вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораториялары урынлашасаҡ.

Импортты алмаштырыуҙа ярҙам итәсәкИмпортты алмаштырыуҙа ярҙам итәсәк
Импортты алмаштырыуҙа ярҙам итәсәк

Улар араһында күп функциялы материалдар лабораторияһы лайыҡлы урын аласаҡ. Ул «Юғары аэрокосмик технологиялар инженер мәктәбе» стратегик проекты сиктәрендә асылған.

        Лабораторияның маҡсаты - экстремаль шарттарҙа эшләүсе фәнни конструкция материалдарын проектлау, тикшеренеүҙәр үткәреү, авиация техникаһы, машиналар етештереү һәм энергетика өсөн технологиялар, юғары инженерҙар мәктәбе нигеҙен булдырыу.

       Лабораторияның төп бурыстары - биомедицина, авиация сәнәғәте, машиналар эшләү һәм нефть-газ сәнәғәте өсөн күп функциялы металл, композиция һәм башҡа материалдар булдырыуҙың фәнни-техник нигеҙҙәрен үҫтереү, шулай уҡ донъя кимәлендәге ғилми һөҙөмтәләргә өлгәшеү, шул иҫәптән: экстремаль йоғонто шарттарында металдарҙың һәм иретмәләрҙең физик-химик тәртибе өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү; наноструктур материалдарҙың күп масштаблы дизайнын эшләү.

     Шулай уҡ, технологик суверенитетты һәм импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү тора.

Автор:
Читайте нас