

26 – 28 июлдә Өфөлә «Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк» II Бөтә Рәсәй йәштәр форумы үтә. Сара Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы һәм Һанлы миинстрлыҡ ярҙамында ойошторола.
Форумдың эшлекле программаһында түбәндәге темаларға дискуссиялар ойоштороу ҡаралған:
Үҫеш биләмәһе: төбәктәрҙә йәштәрҙең үҙ-үҙен табыуы, хыялдарын тормошҡа ашырыуы. Мөһим темаға һөйләшеү;
Аҡыллы ҡала – йәшел ҡала;
Homo humanitarian: юғары технологияларға гуманитарийҙар кәрәкме?
Рәсәй Төҙөлөш министрлығының Йәштәр советы менән берлектә форумда ҡатнашыусылар буласаҡ ҡала өсөн һанлы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерәсәк.
«14 йәштә үҙ бизнесың!» дискуссияһында был эштә тәжрибәһе булған йәштәр сығыш яһаясаҡ.
Ҡыҙыҡлы программа, интерактив зоналар, аҡыллы ҡала өсөн алдынғы инновацион һанлы һәм инженер күргәҙмәләре эшләйәсәк. Бынан тыш, ХАКАТОН планлаштырылған, унда ҡатнашыусыларға 4 трек тәҡдим ителәсәк.
Нәтижәле ошо ике көндә үҙеңде күрһәтергә, эксперттарҙан кәңәштәр-һығымталар ишетергә, шулай уҡ иң яҡшы командалар иҫәбендә , приз фонды бүләген дә алырға мөмкинлек бар.