

“Иннопром” – Рәсәйҙә 2010 йылдан Екатеринбургта үткәрелгән төп сәнәғәт күргәҙмәләренең береһе. Күргәҙмәгә килеүселәр – сәнәғәт предприятиелары, федераль һәм төбәк власть органдары, шулай уҡ үҫеш институттары етәкселәре.
Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә респубюлика делегацияһы ла ҡатнаша.Делегация составында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостандың үҫеш һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре бар.
2022 йыл өсөн Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары менән таныштырыу “Иннопром” майҙансығындағы төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ.
ФОТО:news.myseldon.com