Иҡтисад
15 Июль 2023, 17:55

Һалымыңды түләнеңме?

17 июль — 2022 йылға физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләү ваҡыты.    

17 июль — 2022 йылға физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләү ваҡыты.

Быны 2022 йылда алынған килемгә һалым ҡайтарыуын тапшырған граждандар эшләргә тейеш:

— милектең минималь мөҙҙәтенән кәм булған мөлкәтте һатыуҙан;

— мөлкәтте ҡуртымға алыуҙан;

— сит ил сығанаҡтарынан;

— эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән һәм башҡа килемдәрҙән;

— башҡа килемдәр.

Һалымды "Һалымдар һәм пошлиналар түләү" онлайн-сервисы ярҙамында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында ла түләргә мөмкин.

2023 йылдың 18 июленән Рәсәй банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшөнән сығып, физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләүҙең ваҡыты үткән һәр көнө өсөн штраф алынасаҡ.

Һалымыңды түләнеңме?
Һалымыңды түләнеңме?
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас