Иҡтисад
15 Июль 2023, 18:30

Халыҡ-ара симпозиумда республика танылыу алды

Өфө үҙәгендә төҙөлгән вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы материалдарҙың органик наноэлектроника дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ. Уның төп маҡсаты – органик наноэлектроника һәм спинтрониканы үҫтереү өсөн кәрәкле булған өр-яңы модификациялы материалдар алыу.

Халыҡ-ара симпозиумда республика танылыу алдыХалыҡ-ара симпозиумда республика танылыу алды
Халыҡ-ара симпозиумда республика танылыу алды

Өфө үҙәгендә төҙөлгән вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы материалдарҙың органик наноэлектроника дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ. Уның төп маҡсаты – органик наноэлектроника һәм спинтрониканы үҫтереү өсөн кәрәкле булған өр-яңы модификациялы материалдар алыу.

Лаборатория ғалимдары – уның мөдире, ӨФТУ-ның физика-техник институты директоры вазифаһын башҡарыусы Илдус Шәрәфуллин менән лабораторияның өлкән ғилми хеҙмәткәре, теоретик физика кафедраһы профессоры Зөһрә Гәрәева Samarkand International Symposium on Magnetism SISM-2023 халыҡ-ара симпозиумында тикшереүҙәр һөҙөмтәһен тәҡдим иткән. Улар коллегалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Симпозиум һөҙөмтәләре буйынса икенсе төбәк һәм илдәрҙән йәш ғалимдар ӨФТУ лабораторияларында стажировка үтәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас