Иҡтисад
15 Июль 2023, 05:55

“Волга буйы ритейл көндәре”

Форумдың эшлекле программаһында яҡынса 100 спикерҙың һәм  700-тән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

“Волга буйы ритейл көндәре”“Волга буйы ритейл көндәре”
“Волга буйы ритейл көндәре”

“Волга буйы ритейл көндәре” форумы быйылғы йылда планлаштырылған өс төбәк-ара форумдың тәүгеһе буласаҡ. Форумдың эшлекле программаһында яҡынса 100 спикерҙың һәм  700-тән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

Был форум Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең ритейл баҙары эксперттары ассоциацияһы тарафынан ойошторола.Сараның программаһы сиктәрендә  20+ сессияһында логистика, маркетинг СТМ, e-com, HoReCa, аҙ форматлы сауҙа һәм туризм буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары ҡаралған. Власть вәкилдәре, ритейл һәм эксперттар сауҙа тармағы, һатып алыусыларҙың ҡулланыу баҙарының төп трендтары буйынса фекер алышасаҡ. Форумдың эшлекле программаһы яҡын арала рәсми сайтта баҫыласаҡ.

Сараның үткәреү урыны – Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2. “Торатау” Конгресс- холл. Форумда ҡатнашыусыларға алдан түләүһеҙ түбәндәге сайтта теркәлергә мөмкин. https://ufa2023.retaildays.ru/.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас