Иҡтисад
16 Июль 2023, 05:50

Рәсәй тәмдәрендә - башҡорт ризыҡтары

Мәскәүҙә үткән“Рәсәй тәмдәре” гастрономия фестивалендә Башҡортостан – ике йыл дауамында сарала иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе.

Рәсәй тәмдәрендә - башҡорт ризыҡтарыРәсәй тәмдәрендә - башҡорт ризыҡтары
Рәсәй тәмдәрендә - башҡорт ризыҡтары

Фестиваль 14 юлдә башланды, бөгөн уның һуңғы көнө. Унда илдең 65 төбәгенән 300-гә яҡын компания ҡатнаша.

Гастрономия байрамы 22 майҙансыҡта ойошторолдо. Фестивалдең төп зоналарының береһе – Горький паркында. Бында ҡунаҡтарҙы ижад, һөнәрселек, кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фуд-корт, артистарҙың сығышы көтә.

Башҡортостан быйыл да фестивалгә бал, үлән сәйе, талҡан, шулай уҡ ит деликатестары кеүек милли брендты тәшкил иткән тауарҙарҙы алып барҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас