

26-28 июлдә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы буйынса ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы буйынса IV халыҡ-ара форум үтәсәк.
Форумдың эшлекле программаһы унда ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға ҡалалар үҫеше, һанлы технологиялар өлкәһендә Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙан яңы белем, тәжрибә алырға мөмкинлек бирәсәк.
“Аҡыллы ҡала” форумы халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу, дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙ-ара бәйләнеш булдырырға ярҙам итәсәк. Былар барыһы ла граждандар һәм дәүләттең үҙ-ара бәйләнеш механизмын ябайлаштырырға, булған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә юл асасаҡ. Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы ла эксперт сессияһында ҡатнашасаҡ. Яһалма интеллект буйынса мәсьәләне күтәреп, уны республикабыҙға индереүгә әҙерлек тураһында һүҙ барасаҡ.