

26-28 июлдә Өфөлә ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы буйынса “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” 4-се халыҡ–ара форумы үтәсәк. Рәсәйҙең Ujin ИТ-компанияһы (ООО "Юникорн") унда форумдың генераль партнеры булып сығыш яһай.
Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев билдәләүенсә, форумдың төп маҡсаты – власть менән бизнестың мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә, ҡалалар иҡтисады, идаралыҡ органдары, граждандарҙың үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләре буйынса туранан-тура диалогы.
"Бары тик берҙәм тырышлыҡ менән генә Рәсәй граждандары өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса маҡсатҡа өлгәшә аласаҡбыҙ", - тине ул.
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” халыҡ–ара форумы – бөгөн профессионал диалог өсөн ҙур майҙансыҡ. Тәжрибә уртаҡлашыу барышында унда бурыстарҙы хәл итеү өсөн яңы алымдар, идеялар барлыҡҡа килә.
"Ҡалала йәшәп, күп ваҡыт биналарҙа үтә, - ти Ujin директоры Светлана Перминова. - Әгәр беҙ үҙебеҙгә йәшәү сифатын, хәүефһеҙлекте күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйһаҡ, биналарға иғтибар бирмәй булдыра алмайбыҙ. “Аҡыллы ҡала”ла аҡыллы биналарҙың барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Беҙҙең тәжрибәнең ҡыҙыҡлы булыуы ла ҡыуаныс".