Иҡтисад
26 Июль 2023, 07:26

IV Ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау халыҡ-ара форумы башлана

Бөгөн Өфөлә ҡалаларҙы үҫтереүгә һәм цифрлы үҙгәртеүгә арналған «Аҡыллы ҡала» IV Бөтә Рәсәй форумы башлана.

IV Ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау халыҡ-ара форумы башланаIV Ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау халыҡ-ара форумы башлана
IV Ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау халыҡ-ара форумы башлана

Унда,  50-нән ашыу ил ҡатнаша. Бөгөнгө көнгә форумға 2000-гә яҡын кеше теркәлгән,  онлайн форматтала ҡатнашырға мөмкин.

       «Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы профессиональ диалог өсөн ҙур майҙансыҡ булып тора, унда тәжрибә уртаҡлашалар һәм ҡалаларҙы үҫтереү өлкәһендә яңы идеялар менән бүлешәләр.

        Форумдың төп маҡсаты - бизнес менән власть араһында тура диалог булдырыу. Сарала федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, тармаҡ ассоциациялары етәкселәре һәм төрлө бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

       Ҡатнашыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итә һәм төрлө тармаҡ белгестәре менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Улар араһында - идара итеүҙең цифрлы трансформацияһы, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, транспорт, юл төҙөлөшө һәм энергетика белгестәре бар.

       Форум тармаҡ-ара күргәҙмә экспозицияһын да тәҡдим итәсәк, унда иң яҡшы ҡарарҙар тәҡдим ителәсәк. Форум ҡунаҡтары өсөн бай эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас