Иҡтисад
27 Июль 2023, 06:49

Сәнәғәт етештереү 5,9 процентҡа артҡан

Башҡортостанда ярты йыл һөҙөмтәләре буйынса үҫеш иҡтисадтың бөтә дүрт секторында ла теркәлгән, иң юғарыһы - сеймал секторында. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сәнәғәт етештереү 5,9 процентҡа артҡанСәнәғәт етештереү 5,9 процентҡа артҡан
Сәнәғәт етештереү 5,9 процентҡа артҡан

Әйтәйек, быйылғы июндәге күрһәткестәр 2022 йылдың июненә ҡарағанда 11,7 процентҡа юғарыраҡ булған. Төбәктә үҫеш темптары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ, илдә сәнәғәт етештереүе ярты йыл эсендә 2,6 процентҡа артҡан, июндә күрһәткес 2022 йылдың июненә ҡарата 6,5 процентҡа юғарыраҡ.

        Волга буйы федераль округында сәнәғәт етештереүе ярты йыл эсендә бөтә төбәктәрҙә лә артҡан. Башҡортостан - күрһәткестәрҙең үҫеш темптары буйынса 14 субъект араһында 10-сы. Иң юғары үҫеш Сыуашстанда (20,7 процент), Киров (13,2 процент) һәм Пенза (12,9 процент) өлкәләрендә теркәлгән. Иң түбән күрһәткес Ульяновск өлкәһендә, 0,8 процент.

        Ярты йыл эсендә Башҡортостандың сеймал секторы үҫеше 12 процент, был федераль округта өсөнсө  күрһәткес, иң юғарыһы  Сыуашстандана (45 процент) һәм Киров өлкәһенән (14,4 процент) булған.

        Республикала эшкәртеү производствоһында ярты йыл эсендә 9,9 процентҡа үҫеш теркәлгән, был  округтағы 11-се күрһәткес, үҫеш Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә теркәлгән. «Электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү, һауаны кондициялау» сегменты округ төбәктәренең яртыһында артҡан, Башҡортостан үҫеш темптары буйынса өсөнсө урында - республикала үҫеш 3,9 процент теркәлгән. Дөйөм алғанда, тәүге ярты йыллыҡта илдә сәнәғәт етештереүе үҫешен эшкәртеүсе производстволар ғына күрһәткән, йәки  6,2 процент.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас