Иҡтисад
28 Июль 2023, 10:11

Социаль эшҡыуарҙар һаны арта

Йыл башынан Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар һаны 41,1 процентҡа артҡан. Бөгөн төбәктә шундай статусҡа эйә 570 предприятие эшләй. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Социаль эшҡыуарҙар һаны артаСоциаль эшҡыуарҙар һаны арта
Социаль эшҡыуарҙар һаны арта

Башҡортостан социаль предприятиелар һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты сиктәрендә төбәктә социаль эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн финанс, финанс булмаған ярҙам саралары, шулай уҡ милек характерындағы саралар ҡаралған,  тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

     Үткән  йылда милли проекттар  сиктәрендә 147 социаль предприятие 71,4 миллион һумлыҡ грант алған. Ярҙам алыусыларҙың күбеһе мәғариф өлкәһендә мәшғүл. Аҡсаны биналарҙы ҡуртымға алыуға һәм ремонтлауға, оргтехника һәм ҡорамалдар һатып алыуға, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә һ.б. тотонорға мөмкин.

     Шуны ла билдәләр кәрәк, быйылғы йылдала дәүләттең грант ярҙамы һаҡлана. Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү башланыуы тураһында мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ. Социаль эшҡыуарҙар реестрына инеү һәм дәүләт ярҙамы сараларына дәғүә итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына заявка бирергә кәрәк.

      Адресы: Өфө, Пушкин урамы, 95, 342-се бүлмә, көн һайын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, белешмә өсөн тел: 8 (347) 218-08-26.  

      Социаль эшҡыуарҙар өсөн мөмкин булған ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте «Минең бизнесым» үҙәге офистарында йәки «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса алырға мөмкин: 7 (347) 224-99-99.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас