Иҡтисад
3 Август 2023, 04:29

Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары

2022 йылдан республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары ойошторолдо.

Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтарыБашҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары
Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2023 йылға республика буйынса ошондай 3 600-ҙән ашыу сауҙа урыны булдырылған.

Шуларҙан 37 майҙансыҡ һәм 578 сауҙа урыны Өфөлә урынлашҡан. Бөтә прилавкаларҙың да башы ябылған, йыһазландырылған һәм баҡсасыларға бушлай бирелә.

Өфөлә үҙ продукцияһын һатыу өсөн баҡсасылар файҙалана алған сауҙа майҙансыҡтары исемлеген Өфө хакимиәте сайтында ҡарарға мөмкин: https://vk.cc/cpRId9

Шулай уҡ, 2022 йылда Башҡортостанда халыҡҡа, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тәғәйенләнмәгән урында сауҙа иткән өсөн штраф һалыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында закон ҡабул ителде.

Ә үҙмәшғүлдәр шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләрҙәге һәм фестивалдәрҙәге ваҡытлыса павильондарҙа үҙ тауарын һата ала.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас