

Бындай һөҙөмтәләргә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына булышлыҡ итеү » милли проекты ярҙамында өлгәшелгән.
“Башҡортостан Республикаһында үҙмәшғүлдәр институты әүҙем үҫешә. Айлыҡ үҫеш 4,6 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ул уҙған йылдағы күрһәткестән 21,1 процентҡа юғарыраҡ. Улар һайлаған иң популяр эшмәкәрлек төрҙәре булып - төҙөлөш, үҙе етештергән продукция менән сауҙа итеү, пассажирҙар ташыу, бөҙрәхана һәм косметология хеҙмәттәре” - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эшҡыуарҙарҙың был категорияһы отчет биреү, контроль-касса техникаһын ҡулланыу, шәхси эшҡыуар сифатында теркәлеү һәм страховка иғәнәләре түләү бурысынан азат ителә. Шулай уҡ улар өсөн түбән һалым ставкалары ҡаралған: физик берәмектәр менән эшләгәндә 4 процент, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр менән 6 процент.
Бынан тыш, һөнәри килемгә һалым түләүселәр дәүләттән финанс, мөлкәт, мәғлүмәт, белем биреү һәм консультация ярҙамы алалар. Мәҫәлән, ошо йылдың тәүге яртыһында «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҙмәшғүл граждандарға 6,562 миллион һумлыҡ льготалы микрозаймдар биргән. Уның ставкалары 4-7,5 процент тәшкил итә. Займдар 100-500 мең һум күләмендә өс йылға тиклем бирелә.