Иҡтисад
10 Август 2023, 03:38

Иҡтисадының тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары билгеле

Рәсәй Хөкүмәте 2023 йылдың тәүге алты айында илдең иҡтисады йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иҡтисадының тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары билгелеИҡтисадының тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары билгеле
Иҡтисадының тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары билгеле

Унан күренеүенсә,  көнбайыш илдәр санкцияларына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең иҡтисады тиҙ арала тергеҙелеп үҫеш күрһәтә. Эйе, ҡайһы бер тармаҡтарҙа был сикләүҙәр ауырлыҡтар тыуҙырған, ләкин улар илебеҙ аналогтары менән импортты алмаштырып килә. Сәнәғәт етештереү өлкәһендә лә ыңғай динамика күҙәтелә.

       «Фараздарға ҡарамаҫтан, нефть һәм газға хаҡтарҙың кәмеүенә ҡарамаҫтан үҫеш бар һәм иҡтсадҡа уның тәьҫире һиҙелмәй. Юғалтыуҙар, үҫеп табыш биргән металлургия (11%) һәм машиналар эшләү (14,1%), оборона-сәнәғәте комплексы үҫеше менән өлөшләтә ҡаплана. Йыл аҙағына нефть-газ хаҡтары яңынан артыр, был иһә тармаҡты тотороҡландыра тип көтөлә. Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса беҙҙең республиканың сәнәғәт производствоһы индексы буйынса уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ булыуы ҡыуандыра (уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 5,9 процент). Эске инвестициялар һәм импортты алмаштырыу фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән производстволарҙы, электр энергетикаһын һәм төҙөлөш хупларлыҡ. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса ил төбәктәре араһында етенсе урынды һаҡлайбыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта күрһәткестәрҙе 5,6 процентҡа яҡшыртып. Үҙәк банктың һәм Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының тырышлығы менән инфляцияны тотороҡландырыуға өлгәштек һәм уны ярайһы уҡ түбән позицияларҙа һаҡлап ҡалдыҡ (2,8%)» - тип үҙ баһаһын биргән Башҡортостан республикаһы  премьер-министры Андрей Назаров.

       А. Назаров билдәләүенсә, ҡайһы бер тармаҡтарҙа хаҡтарҙың артыуы (мәҫәлән, автомобиль сәнәғәте, хеҙмәтләндереү өлкәһе) һорауҙың кәмеүе арҡаһында, ә бына ҡулланыусылар секторында хәл күпкә яҡшыраҡ. Май-июнь айҙарында аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы, аҙыҡ-түлек дефляцияһы йәйҙең икенсе яртыһына хас булһа ла, төшкән. Хеҙмәт баҙарында ла хәл тотороҡло - эшһеҙлек 3,1 процент тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас